Дәүләт Думаһы Рәсәй хәрбиҙәре тураһында ялған мәғлүмәт таратыусыларҙы яуапҡа тарттырыу маҡсатында Енәйәт кодексына төҙәтмәләр индерҙе. Уға ярашлы, Рәсәй армияһы тураһында фейк таратыусыларға 700 мең һумдан миллион ярым һумға тиклем штраф йәки өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.
Вәкәләтен файҙаланыусыларға – 10 йылға тиклем, закон боҙоу ауыр эҙемтәләргә килтергән осраҡта 15 йылғаса хөкөмгә тарттырылыу янай. Рәсәйгә ҡарата санкциялар индереү тураһында саҡырыуҙар өсөн 500 меңгә тиклем штраф, өс йылға тиклем мәжбүри хеҙмәт йәки иректән мәхрүм итеү яуаплылығы индерелә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




