Бөгөн баш ҡала хакимиәтендә һигеҙ кандидат араһынан конкурста ҡатнашыу өсөн һайлап алыу туры булды. Конкурс комиссияһы дүрт кандидатты артабанғы этапҡа раҫланы. Улар:
Азамат Ғәлин, Ратмир Мәүлиев, Илдар Чанышев, Артур Шәйнуров. Комиссия бөгөн уларҙан документтар ҡабул итте. Ә документтарын тулы кимәлдә тултырмаған һәм Башҡортостандың урындағы идаралыҡ тураһындағы законына һәм контракт буйынса вазифаға тәғәйенләү буйынса ҡала уставы талаптарына тура килмәүе сәбәпле дүрт кандидат төшөп ҡалды. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығына конкурс 16 мартҡа тәғәйенләнгән.
Рәмилә Исмәғилева




