«Динамо» стадионы майҙанында 63 муниципалитет вәкилдәре араһында еңеүселәр билдәләнде. Саф һауала үткән сараны БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Көйәрмәндәр тауышынан «Динамо» стадионы гөрләп тора. «Ғаилә спорт уйындары» финалына өс һынау әҙерләнгән – күңелле старт, тюбингтарҙа шыуыу һәм быйма кейеп боҙҙа шайба һуғыу. Һәр командала өс кеше булыуы шарт. Әбйәлил районынан Ураҙаевтар сәкән менән оҫта идара итә, ҡапҡаға бер шайба ла индермәнеләр.
Өфө районының Алексеевка ауылынан Сәйетовтар ғаиләһе ҡыш миҙгелен айырыуса ярата. Ял сәғәттәрен улар сана, саңғы шыуып үткәрә. «Ғаилә спорт уйыны»нда улар икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Былтыр Сәйетовтар район этабында призлы урын алған. Был юлы ныҡлы әҙерләнеп 16 ғаилә араһында беренселек яулап республика кимәленә сыҡҡан.
Финал уйындарында 63 ғаилә көс һынашты. Дөйөм алғанда, фестивалдең муниципаль этабында 52 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ҡала-район исемен республика кимәлендә яҡлау өсөн уйындар 3-нән 9 ғинуарға тиклем 15 мең майҙансыҡта үткән.
Ғаилә спорт уйындарын үткәреү тәҡдимен Башҡортостан Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдим итә. Ял көнөн күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә теләүсе ғаиләләр идеяны хуплай. Бар ярыштар ҙа саф һауала ойошторола.
Бәйгелә Әбйәлил районынан Ураҙаевтар ғаиләһе абсолют еңеүсе тип билдәләнде. Ҡалтасы районынан Миңлекәевтар икенсе. Ауырғазы районынан Тимофеевтар өсөнсө урын яуланы.
Әлфинә Килдейәрова




