Рәсәйҙә сауҙа селтәрҙәре аҙыҡ-түлек һатыуҙы сикләмәй

Рәсәйҙә сауҙа селтәрҙәре аҙыҡ-түлек һатыуҙы сикләй тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Интернетта ҡайһы бер телеграм-каналдарҙа социаль-әһәмиәтле тауарҙар бер кешегә бер генә дана бирелә тигән хәбәрҙәр таралды. Ысын барлыҡта, магазиндарҙа аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауар етерлек. Сикләү спекулянттар менән көрәш өсөн генә ҡулланыла. Ҡайһы бер кешеләр аҙыҡ-түлекте аҙаҡ юғары хаҡҡа һатырға ниәтләп, тонналап һатып ала башлаған. Рәсәй Сауҙа министрлығы магазиндарға бындай осраҡтарҙы сикләргә рөхсәт бирҙе.

Фото №1 - Рәсәйҙә сауҙа селтәрҙәре аҙыҡ-түлек һатыуҙы сикләмәй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ