Радий Хәбиров: “Татыу ғаилә, бәхетле әсәлек – ил тотороҡлоғоноң төп күрһәткесе ”

Радий Хәбиров Башҡортостан ҡатындарын байрам менән ҡотланы. Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда республика ҡала һәм райондарынан гүзәл заттар ҡатнашты. Тантанаға төрлө һөнәр эйәләре йыйылған ине.

Радий Хәбиров: “Татыу ғаилә, бәхетле әсәлек – ил тотороҡлоғоноң төп күрһәткесе ”

      Башҡортостан Башлығы ҡатындарҙы тәбрикләп уларға һәм яҡындарына именлек, уңыштар теләне. “Гүзәл заттар төрлө урындарҙа эшләй, бала тәрбиәләй, йәмәғәт тормошонда, хәйриә сараларында әүҙем ҡатнаша. Бәхетле әсәлек дәүләттең тотороҡлоҡ күрһәткесе“, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров: “Татыу ғаилә, бәхетле әсәлек – ил тотороҡлоғоноң төп күрһәткесе ”

         Радий Хәбиров бөгөн шулай уҡ “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 15 әсә юғары наградаға лайыҡ булды. Хәйбулла районынан Филүзә Абдуллина һәм Ғәйшүрә Ғәбитова “Әсәлек даны” миҙалын алып ҡыуанды.

Радий Хәбиров: “Татыу ғаилә, бәхетле әсәлек – ил тотороҡлоғоноң төп күрһәткесе ”

               Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 7 һәм 8 мартта ял итәбеҙ.

Фото №1 - Радий Хәбиров: “Татыу ғаилә, бәхетле әсәлек – ил тотороҡлоғоноң төп күрһәткесе ”
Выборы 2026
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ