«Һеҙгә ҡәҙерлеләребеҙ». Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күркәм байрамы алдынан Баймаҡ районы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты һәм ирекмәндәр штабы «Һеҙгә ҡәҙерлеләребеҙ» исемле акция ойошторҙо. Сарала БЮТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Ауырыу һорап килмәй. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамын дауаханала ҡаршы алыусылар ҙа бар. Ошоно күҙ уңында тотоп, бер төркөм ирекмәндәр һаулыҡтарын нығытып ятыусы гүзәл заттарға гөлләмәләр тапшырҙы. Был иғтибарҙы ҡатын-ҡыҙҙар шатлыҡлы күҙ йәштәре аша ҡыуанып ҡабул итте.
Ҡалала һуңғы йылдарҙа автоһәүәҫкәр ҡатын‐ҡыҙҙар артыуы күҙәтелә. Ирекмәндәр уларҙы ла байрам уңайынан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән ҡотлап, сәскә һәм ҡотлау открыткалары бүләк итте.Имен юлдар теләне.
Шулай уҡ был көндә яңғыҙ донъя көткән оло йәштәге инәйҙәр ҙә үҙҙәре тураһындағы хәстәрлекте тойоп ҡыуанды.Әйткәндәй, йәштәр комитеты эргәһендә эшләүсе ирекмәндәр штабы ябай көндәрҙә лә яңғыҙ йәшәүсе, оло йәштәге граждандарҙы ярҙамынан өҙмәй.
Раушания Рәхимова







