Республикалағы өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн концессия килешеүе нигеҙендә асылған тәүге пансионат уңышлы эшләп килә. Мишкә районы Ирсай ауылындағы «Ғаилә» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге миҫалында тағы башҡа төбәктәрҙә лә шундай учреждениелар булдырылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева социаль хеҙмәтләндереүҙә шәхси партнерлыҡ миҫалы менән таныштыра.
Барый Хәсән улы пансионатта асылған көндәрҙән алып йәшәй. Ял бүлмәһендә илдәге һуңғы яңылыҡтарҙы ҡалдырмай танышып бара, ҡар иреп ер асылғас та башланасаҡ эштәргә план ҡороп ҡуйған. Сөнки социаль учреждение уның тыуған йортон алмаштыра. Бында өҫ-башы ҡараулы, шарттар ҙа яҡшы.
2017 йылда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә булдырылған «Ғаилә» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге илдәге тәүге пилот проекттарының береһе. Концессия килешеүе 25 йылға төҙөлгән.
Үҙәктә 25 кеше йәшәй. Уларҙың 15-е – бюджет урындары, 10-ы түләүле. Пансионатҡа Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы аша юллама менән килеүселәрҙең пенсияһынан 75 проценты алынып бара, ә коммерция нигеҙендәгеләр 20 мең һумдан ашыу аҡса түләй.
Өфөнән Миңзифа Муллайән ҡыҙы юл фажиғәһенән һуң, Стәрлетамаҡтан Ольга Назарова улын юғалтҡандан һуң һуҡыр ҡалған, ҡыҙы Италияла. Өлкән йәштәге ханым ҡасандыр күреү һәләте ҡайтыуын көтөп өмөт менән йәшәй.
Ҡатмарлы яҙмыш арҡаһында бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер итеүселәр күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Бер түгел ике баянсы булғанда
Ленинград блокадаһын кисергән 91 йәшлек Рәдифә Соколова ла бейемәй түҙеп ултыра алмай.
Киләсәктә физиотерапия бүлмәһе һәм тоҙ шахтаһы булдырырға иҫәп тотола. Пансионат элекке балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан. Проекттың нигеҙендә дәүләттән эшҡыуарға бушлай ҡуртымға бина биреү шарты бар. Концессионерҙар – улар был проект буйынса ике кеше, социаль учреждениены төҙөкләндереүгә аҡса һалған.
Бизнес-проект буйынса эшләгән пансионаттарҙа өлкән йәштәгеләргә, инвалидтарға ҡарт көнөндә йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларҙы ҡараулы итеү бурысы ҡуйылған. Концессионерҙар билдәләүенсә, әлегә унда йәшәүселәр түләгән аҡса үҙҙәрен аҫырауға китә. Проекттан килем яҡынса ете йылдан һуң булырға тейеш тип иҫәпләнгән.
Рәмилә Исмәғилева







