Башҡортостан телевидениеһы ветераны, телевидение тармағының иң оҫта телеоператорҙарының береһе Рәйес Рәжәповҡа 75 йәш тулды.
Рәйес Әхмәтгәрәй улы Башҡортостан телевидениһына 1965 йылда яҡтыртыусы ярҙамсыһы булып эшкә килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тормошон зәңгәр экранға арнай. Төрлө йылдарҙа Рәйес Рәжәпов тележурналист камераһы һәм студия операторы булып эшләй, ысын мәғәнәһендә үҙ һөнәренең оҫтаһы дәрәжәһенә күтәрелә.
Хеҙмәттәшебеҙ ҡатнашлығында республиканың төрлө мөйөштәренән күп һанлы тапшырыуҙар, сюжеттар әҙерләнә, Рәйес Әхмәтгәрәй улы телевидение тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә, бай тәжрибәһен йәштәргә тапшыра. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, телевидение ветераны әле лә камераһынан айырылмай, әүҙем тормош алып бара. Башҡортостан юлдаш телеканалы оло юбилей көнөндә Рәйес Әхмәтгәрәй улына ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерә.




