Өфөнөң Дим биҫтәһенең ҡала клиник дауаханаһы табиптары араһында мини-футбол буйынса ярыш уҙҙы. «Локомотив» спорт комплексында уҙған бәйгелә дауалау учреждениеһының бала табыу, хирургия, травматология бүлектәре һәм поликлиника белгестәре көс һынашты.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған турнир командаларын дауахананың гүзәл заттары етәкләне. Медицина белгестәре араһындағы турнир өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.
Рәзилә Ғиниәтуллина




