Һалдатҡа хат: Өфө уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға хат яҙған

Республиканың 1-се күп профилле полилингваль гимназияһы уҡыусылары Рәсәй армияһы хәрбиҙәренә хат яҙған. Шулай уҡ Ишембай ҡалаһындағы кадет корпусы патриотик флешмоб иғлан итте. Эстафета республикалағы башҡа кадет мәктәптәренә тапшырылды.

Анастасия Цветкова тигеҙ, матур хәрефтәр менән яҙған хатын ҡат-ҡат уҡый. Үҙенең теләктәренең эйәһенә тиҙерәк барып етеүен көтә. Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 8 д синыфы уҡыусыһы махсус операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға хат яҙған. Тарих дәресендә ул Рәсәй Армияһы сафында хеҙмәт итеүселәргә бағышлаған акцияһы тураһында синыфташтарына һөйләгән. Ҡағыҙ битенә хат яҙыуҙы китаптан ғына уҡып белгән әхирәттәре лә уның башланғысына ҡушылған.

Мин илдәге хәлдәр тураһында ишетеп, ҡыҙыҡһынып торам. Һалдаттарға беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ тип һанайым, шуға синыфташтарыма бергәләп хаттар яҙырға тәҡдим иттем)

Анастасия Цветкова, 1-се республика күп профилле полилингваль гимназияһы уҡыусыһы

Хаттарында уҡыусылар тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек хаҡына хәрби бурысын үтәүселәрҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләй һәм башҡаларҙы ла акцияла ҡатнашырға саҡыра.

Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы ла флешмоб иғлан итте. Тәрбиәләнеүселәр патриотик рухта сығыш яһап унан видеоролик эшләп социаль селтәргә һалған.

Эстафетаны улар Өфөләге Муса Гәрәев исемендәге осоусылар әҙерләүсе мәктәпкә тапшырған. Уҡыусыларҙы юғары хәрби-авиация уҡыу йорттарына әҙерләгән учреждение илһөйәрлек белдергән видеояҙма әҙерләгән.

Буласаҡ осоусылар мәктәп алды майҙанында Рәсәй Ҡораллы көстәре махсус операцияһы йөрөткән хәрефтәр формаһында теҙелгән. Артабан эстафетаны Октябрьскийҙағы кадет синыфы күтәреп алған. Улар үҙ сиратында Нефтекама ҡалаһын теләктәшлеккә саҡыра.

Фото №1 - Һалдатҡа хат: Өфө уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға хат яҙған

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ