Сибайҙағы ковид госпиталь пациенттарҙы 10 апрелдә ҡабул итә башлай. Башҡортостан Башлығы ҡалаға эш сәфәре барышында ошо турала белдерҙе. Ул объектта төҙөлөш эштәре менән танышты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был дауахана Туймазыла һалынған бинаның игеҙәге була.
Радий Хәбиров белдереүенсә, хәҙер республиканың көнбайыш төбәктәре, Урал аръяғы, Өфө һәм Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә ҙур инфекция дауаханалары булдырылды. Хөкүмәттә төньяҡ райондар өсөн ковид госпиталь төҙөү мәсьәләһе ҡарала.




