Бөгөн Ейәнсура районында Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙаттылар

Бөгөн Башҡортостанда Украинала махсус хәрби операция барышында һәләк булған Алексей Кондратьев менән хушлаштылар. Ул сығышы менән Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан, Белгород өлкәһендә урынлашҡан хәрби часта контракт буйынса хеҙмәт иткән. "Алексей Кондратьев  Ейәнсураның ғорурлығы булды", - тине хушлашыу сараһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.

Бөгөн Ейәнсура районында Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙаттылар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Алексей Кондратьев менән хушлашыу сараһында уның ғаиләһенә бар яҡлап ярҙам күрһәтелеп, исеме мәңгеләштереләсәк,  тине.

Бөгөн Ейәнсура районында Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙаттылар

Алексей Кондратьевтың Иҫәнғол ауылында ата-әсәһе, ҡатыны, биш айлыҡ  малайы  ҡалды.

Фото №1 - Бөгөн Ейәнсура районында Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙаттылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ