Тимерйән Рәжәпов: "Гуманитар ылау Ростов өлкәһенә етте"

Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына оҙатылған гуманитар ярҙам 1600 километр юл үткән. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары тупланған. Гуманитар ярҙамдың дөйөм ауырлығы 75 тонна самаһы. "Әле колонна Ростов өлкәһендә", - ти Хәрби бәрелештәр ветерандары  берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.

Тимерйән Рәжәпов: "Гуманитар ылау Ростов өлкәһенә етте"

Донбасс республикаларына гуманитар ярҙам Башҡортостан башлығы башланғысы менән йыйылды. Предприятие һәм ойошмалар, тәү сиратта ябай халыҡ әйбер туплауҙа ҡатнашты. Гуманитар ылау машиналары 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов портреты менән биҙәлгән.

Фото №1 - Тимерйән Рәжәпов: "Гуманитар ылау Ростов өлкәһенә етте"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ