Ейәнсура районы Украинала махсус операцияла ҡатнашып һәләк булған Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙатты. Матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул офицерҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уның исемен мәңгеләштерергә ҡушты. 25 йәшлек егеттең хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
Күҙ йәштәре йылға булып аҡһа ла баланы кире ҡайтарырлыҡ түгел. Иҫәнғолдар 25 йәшлек кенә Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл менән тиерлек килгән. Уларҙың күңеле улын, ҡустыһын, тормош иптәшен юғалтҡан Кондратьевтарҙың йөрәге менән бергә һыҡтай. Ил улының исеме мәңгеләштеререлергә тейеш, тине үҙенең сығышында Радий Хәбиров.
Алексей Ейәнсура районынынң Иҫәнғол ауылында 1996 йылдың 8 майында донъяға килгән. Иҫәнғол 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған. Уҡытыусылары уны тырыш, ныҡышмал уҡыусы булараҡ хәтерләй. Яҡшы уҡыған, спортсы булған. Уҡытыусы Светлана Родионова белем усағына Алексей Кондратьев исемен бирергә тәҡдим итте.
Бала сағынан уҡ ул хәрби булырға хыялланған. Мәктәпте бөткәс, Вольскийҙағы тыл һәм транспорт хәрби академияһына уҡырға ингән. Уҡыған сағында Ҡыҙыл майҙанда Хәрби парадта ҡатнашҡан. Өлкән лейтенант Белгород өлкәһендә хеҙмәт иткән, генерал булырға хыялланған.
Галина менән Михаил Кондратьевтар берҙән-бер улын, ике апаһы яратҡан ҡустыһын ерләне.
Хәрбиҙең хыялын, бәлки, улы тормошҡа ашырыр. Алексейҙың ҡатыны һәм биш айлыҡ ҡына сабыйы ҡалды.
Республика етәксеһе, Ватанды һаҡлап һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә мотлаҡ тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләне.
Рәмилә Исмәғилева







