Уҙған аҙна уртаһында Башҡортостандан Луганск менән Донецк Халыҡ Республикаларынан юлланған гуманитар ылау йәкшәмбе Донбасҡа барып еткән.
Республика халҡынан 75 мең тонна гуманитар ярҙам тейәлгән фуралар тәғәйен урындарға барып еткәнсе 2300 саҡрым юл үткән. Донбасс халҡына аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре, өлкәндәр һәм балалар кейеме, медикаменттар, балалар әйберҙәре, постель кәрәк-яраҡтары оҙатылған.
Республика ойошмалары шулай уҡ электр генераторҙары һәм янғын һүңдереү шлангтары ла ебәргән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был ерҙәрҙең азатлығы өсөн меңдәрсә башҡорт яугиры башын һалған төйәккә Башҡортостан йәнә тәүгеләрҙән ярҙам ҡулын һуҙҙы.
Эшкәртелгәндән һуң, гуманитар ярҙам мохтаждарға таратылып биреләсәк. Иртәгә, 8 мартта тағы ла бер йөк автомобиле Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч пунктына ебәрелергә тейеш. Әлегә ГАЗон машинаһы Дондағы Ростовта хәүефһеҙ коридор тәьмин ителеүен көтә.







