Әле объектта төҙөлөш эштәре тамамланыуға табан бара. Тиҙҙән медицина ҡорамалдарын урынлаштырыла башланырға тейеш. Башҡортостанда шулай уҡ хоккей һәм конькиҙа фигуралы шыуыу кеүек спорт төрҙәрен үҫтереүгә лә етди иғтибар бүленә.
Республика район-ҡалаларында боҙ ареналары ла төҙөлә. Был турала Башҡортостан башлығы Сибай ҡалаһына эш сәфәре барышында белдерҙе. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән материалда.
Башҡортостан башлығының төбәккә сираттағы эш сәфәре конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Сибай ҡалаһының асыҡ чемпионаты үткән мәлгә тура килде. «Ирәндек» боҙ һарайында үткән ярышта Башҡортостан, Силәбе, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән килгән 200-ҙән ашыу йәш спортсы көс һынашты.
Төбәк-ара турнирҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та сәләмләне. Йәш спортсыларҙы тәбрикләп ул, Башҡортостан Олимпиадала еңеү яулаған атлеттары менән хаҡлы рәүештә ғорурланыуын йәшермәне.
Сибайҙағы «Ирәндек» боҙ һарайында хоккей, шорт-трек һәм конькиҙа фигуралы шыуыу кеүек спорт төрҙәре үҫешкән. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында өмөтлө йәш спортсылар үҫеп сыҡҡан. Илдең йыйылма командаһына эләгеүселәр ҙә бар. Журналистар менән әңгәмәһендә Радий Хәбиров Башҡортостанда боҙ һарайҙары төҙөлөшө һәм инфруструктураны артабан үҫтереү пландары менән дә бүлеште.
Сибай ҡалаһында республикалағы 4-се ковид-госпиталь төҙөлә. Туймазылағы клиника-диагностикалау инфекция үҙәге кеүек үк уның майҙаны ла 9 мең квадрат метрҙы биләй. 50 бокс-палатанан тора. Талап ителгән осраҡта яңы дауаханала тулыһынса кислород менән тәьмин ителгән 230 урын булдырыла. Ковид-госпиталь ҡурай сәскәһе формаһында төҙөлгән. Ете корпустан тора.
Сибайҙа ковид-госпиталь төҙөлөшө 2021 йылдың 30 декабрендә башланды. Контракт буйынса ул апрелгә тулыһынса тамамланырға тейеш. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, эштәр график буйынса бара. Медицина учреждениеһы сафҡа инеү менән унда тотош Урал аръяғы халҡына күп профилле ярҙам күрһәтеләсәк.
Сибай ҡалаһына сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғә Ырыҫбаеваны ла тәбрикләне. Яңыраҡ хөрмәтле ветеран сираттағы ғүмер байрамын билдәләгән.
18 йәшендә генә фронтҡа алынған Сәмиғә Ырыҫбаева авиамеханик булып хеҙмәт итә, парашюттарҙы тигеҙләп һалыусы ла була. Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Шанлы һуғыш йылдарын хөрмәтле ветеран һаман да яҡшы хәтерләй.
Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сәмиғә Ырыҫбаева орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла ул ил иҡтисады һәм сәнәғәтен тергеҙеүгә тос өлөш индергән. Башҡортостан башлығы ветеранға тәрән ихтирамын белдерҙе һәм йәнә ике йылдан, уның 100 йыллыҡ юбилейында яңынан осрашырға килеште.
Рафиҡ Әхмәтшин




