Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек дауам итә

Граждандарҙың именлеген тәьмин итеүсе белгестәр һәм ҡотҡарыусылар ҙур һыу янаған биләмәләрҙә йәшәүселәр менән иҫкәртеү әңгәмәләре алып бара, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә. Республика буйынса 252 биләмәләге йорттарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Козарес баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәүселәр яҙғы ташҡынға алдан әҙерләнергә күнеккән. Апрелдә ҡар иреп йылғаларҙа боҙ ҡуҙғалағанда биләмәне һыу баҫа. Шуға ла урындағы халыҡ ҙур һыуҙы айырым әҙерлек менән ҡаршылай.

Аҙыҡ-түлек, дарыу һәм көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы күпләп алып ҡуябыҙ. Былтыр өйҙө һыу баҫып өс метрға тиклем күтәрелде. Этебеҙ ҙә ташҡын ваҡытына йорттоң икенсе ҡатында йәшәп торасаҡ.

Асатур Каграмоньян, Өфөлә йәшәүсе

Өфөлә 4 меңгә яҡын йортто һыу баҫыуы ихтимал, шуға ла баш ҡалала ташҡын эҙемтәләрен кәметеү, граждандарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барыла. Ҡотҡарыусылар урындағы халыҡ менән профилактик әңгәмә ойоштора, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә.

Дим биҫтәһендә 8 баҡсасылыҡ ширҡәтенә һыу баҫыу хәүефе янай, йылдағыса Ағиҙел ташып йорт хужаларына мәшәҡәт килтерә. Граждандарҙы иғтибарлы булырға саҡырабыҙ һәм көндә профилактик рейдтарға сығабыҙ.

Юрий Николаенко, Өфөнөң Дим биҫтәһе буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе

Граждандарҙы эвакуациялау, йәшәү, медицина пункттары ойоштороу, уларҙы хәүефһеҙ урынға күсереү өсөн транспорт әҙерләү кеүек мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Һыу баҫҡан осраҡта бәләгә тарыусыларға 112 һандарына шылтыратып ҡотҡарыусыларҙы саҡыртырға кәрәк.

Фото №1 - Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек  дауам итә
Башбат

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ