Өфөлә «Әсмә йәки Ғәмәл һәм яза» спектакленең премьераһы үтте

Тәүге тапҡыр сәхнәлә. Ризаитдин Фәхретдиндың әҫәре буйынса ҡуйылған «Әсмә йәки Ғәмәл һәм яза» спектакленең премьераһы үтте. Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтелде.

Был – яҙыусы һәм мәғрифәтсенең әҫәре буйынса ҡуйылған тәүге постановка. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ризаитдин Фәхретдиновтың намаҙлығы, китап һәм фотоһүрәттәре менән танышырға мөмкин. Күргәҙмә юҡҡа ғына ойошторолмаған. Тарихсы, мәғрифәтсе һәм бик күп хикәйә, повесть, нәсихәттәр авторының әҫәре буйынса ҡуйылған тәүге спектаклдең премерһы үтә. Ошо уңайҙан шәхес иҫтәлегенә Татарстанда эшләп килгән Мемориаль музей һирәк экспонаттар алып килгән.

«Әсмә» әҫәрендә лә Ризаитдин Фәхретдинов халыҡҡа ҡағылышлы әхлаҡи фекерҙәр яҙып ҡалдыра. Бөгөн дә көнүҙәклеген һаҡлаған фекерҙәрҙе йәмәғәтселеккә еткереү өсөн әҫәрҙе сәхнәләштереү ҡарар ителә. Һәр персонаж тураһында айырым новеллаларҙы бер структураға һалыу менән Шәүрә Шәкүрова шөғөлләнә. Ул яҙмаларҙы пьесаға күсерә, геройҙарға телмәр яҙа.

Михнәттәр һәм нужа кисергән Әсмә исемен үҙгәртеп, ҡасырға мәжбүр була. Спектакль аҙағында ул атаһын таба, һөйгән йәрен дә осрата. Совет осоронда ла Әсмә образы башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡылыҡһырламаһы булараҡ Афзал Таһиров менән Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә ҡулланыла.

Спектаклдә сәхнә оҫталары һәм театрҙың йәш йондоҙҙары ҡатнаша. Төп ролдә Айым Сөләймәнова менән Сабина Кирәева уйнай. Постановкала театр актеры Руслан Хайсаров бәйән итеүсе генә түгел, режиссер ассистенты булараҡ та эшләй.

Режиссер идеяһы буйынса, сәхнә асылған китап рәүешендә биҙәлгән, унда 19-сы быуат аҙаҡтары 20-се быуат башына хас булған персонаж һындары ҡуйылған. Киләһе спектакль 19 мартҡа тәғәйенләнгән.

Фото №1 - Өфөлә «Әсмә йәки Ғәмәл һәм яза» спектакленең премьераһы үтте

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ