Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов Менәүерә Мәүлитованы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Тәжрибәле педиатр 70 йыл хеҙмәт стажына эйә. Үҙенең 98 йәшендә лә Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы фәндән ситтә ҡалмай.
Медицина фәндәре докторы 170-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Профессор етәкселегендә балаларға хирургик ярҙам күрһәтеү өсөн нормативтар, ҡалҡан биҙен хирургия юлы менән дауалауҙы нигеҙләү, балаларҙа бронхоэктатик сирҙе иртә диагностикалау һәм уларҙы диспансеризациялау буйынса тәҡдимдәр эшләп сығарыла.




