«Башавтотранс» предприятиеһының 74-се маршрутында водитель булып эшләгән Әлиә Аманғолова шундай фекерҙә. 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн дә ул йыш ҡына яратҡан эшенә тоғро ҡала.
Тырнаҡтарҙа маникюр, биттә еңелсә макияж. Әлиә Аманғоловаға «Башавтотранс» предприятиеһы етәкселеге НЕФАЗ автобусын ышанып тапшырған. Ул Өфөнөң Черниковка биҫтәһенән Нижегородкаға йөрөгән 74-се маршрутта эшләй. Һөнәр һайлауға, атаһы этәргес биргән.
Пассажир өсөн иң мөһиме сәфәрҙәрҙең хәүефһеҙлеге. Был йәһәтән Әлиә ханым икеләтә иғтибарлы. Барлыҡ ҡағиҙәләр теүәл үтәлә. Салон таҙа һәм уңайлы.
8 март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә кондуктор Лилиә Дүсәева ла эш өҫтөндә. График шулай тура килгән. Әлиә Аманғолова менән бер маршрутта эшләй. Водителдән айырмалы, кондуктор ҡатын-ҡыҙ эше тигән фекерҙә Лилиә ханым.
«Хенд Хантер» рекрутинг агетлығы мәғлүмәттәре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында әлегә тиклем иң популяр вакансия клиент менеджеры булған. Әммә һуңғы ваҡытта һөнәрҙәргә лә ҡараш үҙгәрә бара. Ҡатын-ҡыҙҙар офистарҙан сыға, гараж һәм автосервистарға күсә. Тәгәрмәс монтажлаусы, иретеп йәбештереүсе, механик, такси йәки автобус водителе кеүек һөнәрҙәрҙә лә гүзәл зат вәкилдәре үҙ көсөн һынай. Иң мөһиме: улар эшен яратып, күңел йылыһын биреп башҡара.
Рафиҡ Әхмәтшин







