Янғын хәүефһеҙлегенән, шулай уҡ ҡапыл ҙур һыу килгән осраҡта үҙеңде нисек тоторға һәм яҡындарыңды нисек ҡотҡарырға кәрәклеге хаҡында профилактик рейдтарҙы граждандарҙы ҡотҡарыу хеҙмәте даими ойоштора. Сираттағы рейд Өфөнөң Дим районында урынлашҡан «Виктория» баҡсасылар ширҡәтендә лә үтте. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Светлана Сафина «Виктория» баҡсаһынд ҡырҡ йылдан ашыу хужалыҡ итә. Һуңғы ун йылда, хаҡлы ялға сыҡҡандан алып, даими йәшәй. Йорттары һәм мунса утын яғып йылытыла.
Мейес алдына ҡуҙ төшмәһен өсөн ҡалайҙан махсус япма. Электр линиялары , төтөн сығыу юлдарында инспекторҙар етешһеҙлектәр тапманы. Мунса ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫәпкә алып төҙөлгән. Йорт хужалары ут сыҡҡан йәки һыу баҫҡан ла осраҡта ла юғалып ҡалмаясаҡтарын белдерә.
Владимир Антонов йортон утын менән йылыта.Электр приборҙарын ҡулланмау яҡлы. Инспекторҙар ҙа йылытыу ҡорамалдары сертификатлы булырға тейеш тигән фекерҙә.
«Виктория» баҡсасылыҡ ширҡәтендә оҙаҡ йылдар йәшәгән Владимир Антонов иһә өйөн метрҙан ашыу һыу баҫҡан осраҡтарҙы ла яҡшы хәтерләй. Әммә һуңғы тиҫтә йылда ташҡын артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырмай. Ҡар һыуҙары ла 10-15 сантиметрға ғына күтәрелә ти билдәләй ул.
Көндәр кинәт йылытып, ҡапыл һыу баҫыу ихтималлығына Баш ҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәте граждандарҙы ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн махсус пункттар әҙерләгән. Өфөнөң Дим районында граджандарҙы ҡотҡарыу хеҙмәте 250 урын әҙерләгән.
Даими алып барылған профилактик рейдтар һөҙөмтәле, ти белгестәр. Янғын сығыу, ҡапыл һыу баҫыу осрағына халыҡ әҙерлекле һәм уяу торған һайын, юғалтыуҙар күләме лә әҙерәк.
Яҙғы ташҡын башланырҙан бик күпкә алдан ҡотҡарыу хеҙмәте аҙнаһына бер-нисә тапҡыр шәхси йорттар буйлап рейдтарға йөрөйәсәк. Рейдтар барышында граждандарға янғын хәүефһеҙле хаҡында иҫкәрмәләр таратыла, ҡапыл һыу баҫыу осрағында үҙеңде нисек тотоу хаҡында аңлатыу эштәре алып барыла.
Гүзәл Борханова




