Проекттар дәүләт, эшҡыуарҙар һәм ерле халыҡ ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уның асылында граждандарҙы төбәк тормошона йәлеп итеү ята. Йәғни теге йәки был тораҡ пунктта төҙөлөргә йәки ремонтланырға тейешле объекттарҙы йәмәғәтселек үҙе һайлай һәм финанслауға үҙ өлөшөн индерә.
Әбйәлил районы был проектта әүҙем ҡатнаша. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы, тиҫтәләрсә социаль объект сафҡа индерелгән. Улар араһында балалар, спорт майҙансыҡтары ла, ял зоналары ла, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларындағы төҙөкләндереү эштәре лә бар.
Быйыл урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында Әбйәлил районынан 13 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Әҙерлек алдан уҡ алып барылған, халыҡ менән осрашыуҙар ойошторолған, ҡатнашҡан ауылдар билдәләнгән, объекттар һайланған. Уларҙың һәр береһе ерле халыҡ өсөн әһәмиәтле, мөһим.
Мәҫәлән, Ғәбдиндәр трактор, Исхаҡтар мобиль янғын һүндереү комплексы, Хәмиттәр спорт ҡорамалдары алыу, Дауыттар балалар майҙансығын ремонтлау, ә Сиҙәмдәр мәҙәниәт йортоноң тәҙрәһен алмаштырыу хаҡында хыяллана. Алты ауыл зыяратты тәртипкә килтереү проекты менән сыҡҡан. Шулай уҡ Юлдаш һәм Мәхмүт ауылдарында яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу талап ителә.
Рәмзиә Кәримова







