Башҡортостандың гүзәл зат вәкилдәрен яҙҙың тәүге байрамы менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров тәбрикләне. Рәсәйҙә ял көнө булыуын иҫәпкә алып Республика Хөкүмәте ағзалары бөгөнгө буш ваҡыттарын ғаиләләренә бүлергә ҡарар иткән.
Йола буйынса, төбәк етәксеһе яҡындарын үҙе бешергән яңы ризыҡ төрө менән ҡыуандырырға ниәтләгән. Был юлы ул шешлек ҡыҙҙырыуға өҫтөнлөк биргән.







