Янғынға ҡаршы көрәш хәҙерҙән башлана

12 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 3 мең берәмек техника янғын хәүефе янаған миҙгел башланыуына әҙер.

«Экология» милли проекты сиктәрендә әҙерлек эштәре йыл башынан алып башҡарыла. Урман янғындарын иҫкәртеү буйынса Рәсәй урман хужалығы тарафынан план төҙөлгән. Әлеге ваҡытта планға ярашлы ағымдағы ремонт, шулай уҡ янғын һүндереү сараларын техник хеҙмәтләндереү дауам итә. Ошо көндәрҙә республиканың Урман янғындарын һүндереү һәм иҫкәртеү үҙәге текникалар төҙөклөгөн тикшерҙе.

Янғын хәүефе янаған миҙгел тамамланыу менән техниканы ҡышҡылыҡҡа ҡуябыҙ. Был ваҡыт эсендә ремонт эшләйбеҙ, техниканы күҙәтеп торабыҙ. Әле яңы миҙгелгә әҙерлек сиктәрендә машиналарҙы тикшереп сыҡтыҡ.

Айрат Йосопов, Башҡортостандың урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге етәксеһе
Фото №1 - Янғынға ҡаршы көрәш хәҙерҙән башлана

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ