«Салауат Юлаев» клубына Гагарин Кубогының икенсе этабына сығыу өсөн тағы ла бер еңеү яуларға ҡалды

Новосибирскиҙа уҙған дүртенсе осрашыуҙа юлаевсылар 6-3 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шайбаларҙы яҡташтарыбыҙҙан Данил Алалыкин, Виктор Тихонов, Владислав Картаев, Петр Хохряков һәм ике тапҡыр Александр Кадейкин индерҙе.

Шулай итеп, серияла Башҡортостан командаһы 3-1 иҫәбе менән алда бара. Яҡтар араһындағы киләһе уйын 10 мартта «Өфө-Арена»ла уҙа.

Фото №1 - «Салауат Юлаев» клубына Гагарин Кубогының икенсе этабына сығыу өсөн тағы ла бер еңеү яуларға ҡалды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ