“Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында уҙған ярышта 89 ҡала һәм 29 төбәктән саңғысылар сығыш яһаны. Иң өлкән спортсыға 74 йәш булһа, иң бәләкәйенә 3 йәштә тә тулмаған ине. Саңғысылар 5, 10, 30 һәм 50 саҡрымға уҙышты. Спорт байрамында танылған биатлонсылар ҡатнашты. Улар араһында Олимпия уйындары призеры Николай Круглов булды.
50 саҡрым араға саңғы марафонында Ижевскиҙан Константин Главатских, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Наталья Бабчина еңеү яуланы. 30 километрға ярышта Октябрьский ҡалаһынан Игорь Кобелев беренсе урын алды.
Иртәгә Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогы һәм чемпионаты башлана. Спортсылар өс көн дауамында спринт, эҙәрлекләү һәм масс-стартта көслөләрҙе асыҡлай.





