Республикала Донбаста йәшәүселәргә гуманитар ярҙам туплана

Үткән аҙнала Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына 75 тонна йөк оҙатты. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә әйберҙәр йыя башларға, икенсе ылау әҙерләргә ҡушты.

Республикала Донбаста йәшәүселәргә гуманитар ярҙам туплана

Украинала барған махсус хәрби операцияла Башҡортостан егеттәре лә һәләк булды. Республика Ейәнсура районынан Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙатты. Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере ҡыйылған һалдаттарҙың ғаиләһенә ярҙам күрһәтеүҙе айырым иғтибар үҙәгенә алырға ҡушты.

Республикала Донбаста йәшәүселәргә гуманитар ярҙам туплана
Фото №1 - Республикала Донбаста йәшәүселәргә гуманитар ярҙам туплана
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ