Асҡын район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы былтыр март айында коронавирустан вафат булды. Быйыл 27 июндә уға 35 йәш тулыр ине. “Хәтирәләр йыйынтығын дуҫыбыҙҙың юбилейы уңайынан нәшер итергә ниәтләйбеҙ. Уны белгән, бергә эшләгән кешеләрҙән, коллегалары һәм иптәштәренән яҙмалар көтәбеҙ”, - ти проект авторы Алмас Шаммасов.







