Баш ҡаланың Красноуфимск урамындағы бер ҡатлы ағас йортта сыҡҡан янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән

Янғын һүндереүгә 22 ҡотҡарыусы һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын ҡорбанының кәүҙәһе йорт ҡаралтыларын һүткәндә табылған, әле уның шәхесен асыҡлау буйынса эш алып барыла.

Бөрө ҡалаһындағы дүрт фатирлы йортта сыҡҡан янғынға һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө сәбәпсе булған. Янғында тәне бешкән 1956 йылғы ир Бөрө үҙәк дауаханаһының хирургия бүлегенә оҙатылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан Башҡортостан биләмәләрендә йәмғеһе 1003 янғын теркәлгән.

Фото №1 - Баш ҡаланың Красноуфимск урамындағы бер ҡатлы ағас йортта сыҡҡан янғында ир кешенең ғүмере өҙөлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ