Шаҡша биҫтәһендәге быуа буйы төҙөкләндерелә

Калинин районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ул урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты буйынса 1 миллион һум тирәһе аҡсаға тәртипкә килтерелгән. Ҡасимов күле эргәһен төҙөкләндереү кәрәклеген уның янында йәшәүселәр күтәреп сыҡҡан.

Күп ҡатлы йорттар менән һыу ятҡылығы араһындағы урында тротуар түшәлгән, ағастар ултыртылған. Ҡасимов урамындағы йорттарҙа йәшәүселәр проектта тағы ла ҡатнашмаҡсы, был юлы улар яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйырға планлаштыра.

Фото №1 - Шаҡша биҫтәһендәге быуа буйы төҙөкләндерелә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ