Бөрйән районында Исмәғил Ғәбитов исемендәге ҡышҡы ат ярыштары уҙҙы

1969 йылдан алып ойошторолған бәйгене ысын мәғәнәһендә Бөрйән районының ғорурлығы һәм ошо ерлектең йөҙөн билдәләүсе тамаша, тип әйтергә мөмкин.

Быйыл унда Бөрйәндәрҙән тыш, Ейәнсура, Стәрлебаш һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә бар ине. Мәҫәлән, ярыштың иң өлкән ҡатнашыусы Булат Ҡулбирҙинға 70 йәштә, ә иң кесеһе 11 йәшлек Ислам Баймөхәмәтов.

Бәйге 6 этаптан тора, һәр этапта еңеүселәр билдәләнде. Комадалар араһында ярышта Әтек ауылы командаһы етеүсе булманы, уларға Исмәғил Ғәбитовтың кубогы тапшырылды. Шулай уҡ аттарҙы һәм саналарҙы биҙәү буйынса конкурс та үтте. Балалар өсөн төрлө уйындар, волейбол  ярышы ойошторолдо.

Фото №1 - Бөрйән районында Исмәғил Ғәбитов исемендәге ҡышҡы ат ярыштары уҙҙы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ