Илһөйәрлек менән һуғарылған, сәләмәт тормошто пропагандалаусы сараны райондың “Йәш армия” хәрби-патриотик ойошмаһы үткәрҙе. Сарала уҡыуҙа һәм спортта алдынғылыҡ бирмәгән 34 уҡыусы “Йәш армия” ойошмаһына ҡабул ителде.
Улар Ватанға тоғро, Рәсәй патриоты һәм лайыҡлы гражданин булырға ант бирҙе. Фестиваль сиктәрендә Солтанбәк ауылында тыуып үҫеүсе, гер спорты буйынса Рәсәй беренселегендә призлы урын яулаусы Гүзәл Имамова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сараға уның тренеры Айҙар Сабировта килгән ине.
Спорт фестивалендә ГТО нормативтарын тапшырып яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүселәр Солтанбәк ауыл советының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләгәне өсөн Атайҙар советы рәйесе Данис Суфияновҡа миҙал тапшырылды.
Әлфинә Килдейәрова







