Төпкөлдә йәшәүселәр өйҙән сыҡмайынса дарыу ала аласаҡ

Дарыухана бер ҡушымтала. Төпкөлдә урынлашҡан ҡайһы бер фельдшер-акушерлыҡ пунктттарында дарыуҙарҙы онлайн һатып алырға мөмкин. Медикаменттарҙы курьер бер көн эсендә өйгә тиклем алып килә. Был Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрылығы менән "СберЕаптека"ның берҙәм проекты. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Татьяна Чесалова ике ҡыҙ әсәһе. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына ул 4 йәшлек Евгенияға прививка эшләтеү өсөн килгән. Сергеевка ауылы ҙур булмаһа ла, бында 648 кеше, шул иҫәптән 150-нән ашыу бала һәм 60 йәштән оло булган 131 кеше йәшәй. Халыҡты ауылдағы ФАП хеҙмәтләндерә.

Ҙур булмаған ауылыбыҙҙа ФАП булыуы бик уңайлы, справкаларҙы ошонда алабыҙ, прививка ла эшләтәбеҙ. Тик бына дарыухана булмауы насар күренеш ине. Ҡыҙҙарым сирләп киткәндә дарыуҙарға онлайн заказ эшләп, өйгә тиклем килтерҙеләр. Бик уңайлы булды.

Татьяна Чесалова, Өфө районының Сергеевка ауылында йәшәүсе

Илшат Сәғдинов "Ауыл фельдшеры" программаһы буйынса эшкә ҡайтҡан белгес. Уның һүҙҙәренсә, урында дарыухана юҡ, шуға күрә халыҡҡа Өфөгә йөрөргә, йә кеше аша медикаменттар алдырырға тура килгән. Йыл башынан алып был хәл үҙгәрә, Дим районындағы ҡала клиник дауаханаһына ҡараған ФАП "СберЕАптека" ҡушымтаһы менән килешеү төҙөгән.

Программа буйынса дарыуҙарға заказды фельдшер үҙе йыя. Кәрәкле препараттарҙы һайланғандан һуң, курьерҙың киләсәк ваҡытын да билдәләргә мөмкин. Ҡушымта Рәсәй буйынса 70 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла эшләп килә. Йыл башынан алып республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән "СберЕаптека" программаһы махсус проектҡа старт бирә. Әле уны һынап ҡарау төбәктең 4 биләмәһендә ойошторола.

Проектты алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа, шул иҫәптән Сергеевка ауылында ла ғәмәлгә ашырабыҙ. Төп маҡсат – ауыл халҡын дарыу менән тәьмин итеү. Тәүҙә фельдшер менән пациент заявка тултыра, бер көн эсендә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр дарыуҙарҙы заказ биреүсенең өйөнә тиклем алып бара.

Азамат Сәлихов, Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы

Өфө районынан тыш, пилот проекты Дим районы, Нефтекама һәм Дәүләкән ҡалаларына ҡараған ФАП-тарҙа һынап ҡарала. Уңышлы килеп сыҡҡан осраҡта республиканың башҡа фельдшер-акушерлыҡ пункттарында ла дарыуҙарҙы онлайн һатып алырға мөмкин булыуы ихтимал.

Фото №1 - Төпкөлдә йәшәүселәр өйҙән сыҡмайынса дарыу ала аласаҡ
Башбат

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ