«Айыҡ ауыл» конкурсынан удмурттар ҙа ситтә ҡалмай

Конкурс сиктәрендә Ҡалтасы районы Оло Туғанай ауылында «Вой келян-Масленица» удмурт мәҙәниәте фестивале үтте. Сарала Башҡортостандың биш районы һәм Удмурт Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты. Программаға уҡтан атыу, арҡан тартыу кеүек милли уйындар һәм спорт ярыштары, төрлө милли коллективтар сығыштары индерелгәйне.

Байрам майҙансығында шулай уҡ удмурт халҡының көнкүрешен сағылдырған күргәҙмә эшләне, ағинәйҙәр ҡул тирмәнен тартыу, май бешеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Оло Туғанай ауылы халҡы «Айыҡ ауыл-2021» конкурсының муниципаль этабында беренсе урын яулап, 75 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған.

Ҡалтасы районында 20-нән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Бындай милли байрамдар ойоштороу бик мөһим. Беҙҙең халыҡ айыҡ һәм сәләмәт тормош яҡлы. «Айыҡ ауыл» конкурсында райондың барлыҡ 11 ауыл биләмәһе лә ҡатнашты. Оло Туғанайҙар республика кимәлендә беренсе урын яулар, тип ышанам.

Зәбир Ғабдуллин, Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы
Фото №1 - «Айыҡ ауыл» конкурсынан удмурттар ҙа ситтә ҡалмай

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ