«Өфө» хоккей клубы республика район-ҡалалары буйлап сәйәхәтен дауам итә

«Өфө» хоккей клубы республика район-ҡалалары буйлап сәйәхәтен дауам итә«Өфө» хоккей клубы республика район-ҡалалары буйлап сәйәхәтен дауам итәСпортсылар уҡыусыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын Рәсәй хоккей федерацияһы булдырған «Ҡыҙыл машина» программаһы буйынса уйынға өйрәтеү методикаһы менән таныштыра.

Быға тиклем Өфө клубы Белорет, Бишбүләк, Дыуан райондарында, Бәләбәй һәм башҡа ҡалаларҙа булды. Бөгөн белгестәр Кушнаренко районында оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Күнекмәләрҙе халыҡ-ара класлы спорт мастеры Вячеслав Селуянов үткәрҙе. Бер аҙнанан проектта ҡатнашыусы бөтә тренерҙар ҙа аттестация үтәсәк.

Районда спорт менән шөғөлләнеү өсөн инфраструктура яҡшы, бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Балаларҙың әҙерлек кимәле юғары. Иң мөһиме, күнекмәләрҙе даими үткәрергә кәрәк.

Вячеслав Селуянов, шайба менән хоккей буйынса спорт мастеры
Фото №1 - «Өфө» хоккей клубы республика район-ҡалалары буйлап сәйәхәтен дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ