Балалар өсөн сифатлы һөт ризыҡтары етештереү тәжрибәһен Вологда өлкәһе, Мордва Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы өйрәнә. “Йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм бәләкәй балаларҙы һөт продукцияһы менән тәьмин итеү системаһы”н булдырыу тәжрибәһе “Смартека” тотороҡло үҫеш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу платформаһында ла күрһәтелгән. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Республикала 26 мең бала “Һөт кухняһы” ризыҡтарын бушлай ала. Етештереү цехтары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында, Үрге Ҡыйғыла эшләй. Тәүлегенә улар 35 тонна һөт эшкәртә.







