Башҡортостандан өс проект Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, "Башҡортостан әсәләре" йәмәғәт ойошмаһының "Бала тап" проекты иң яҡшыһы тип табылды. Социаль башланғыс 2020 йылдан алып республика башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, һәр район һәм ҡалала ҡатындарҙың репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау буйынса комплекслы саралар уҙғарыла. Аборттарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барыла. “Башҡортостан әсәләре” йәмәғәт ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Диана Фәррәхова һәм республика Перинаталь үҙәге баш табибы Светлана Кәримова.
Конкурсҡа илдең 50 төбәгенән ике йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Республика кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаева төбәктә сәләмәтлек көндәре ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Милана Скоробогатова "Яңы быуындың репродуктив һаулығы" тураһында проект тәҡдим ите һәм еңеүгә иреште.







