Башҡортостандан 760 турист сит илдә ҡала. Уларҙы 12 мартҡа тиклем махсус рейстар ярҙамында Рәсәйгә оҙатыу ҡарала. Әле сит дәүләттәрҙән 1835 турист ҡайтҡан.
Бөгөн Доминикананан 497 кеше көтөлә. Туристарҙы төркөмдәр менән ойошҡан рәүештә Мысыр, Төркиә һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре аша ҡайтаралар, тип хәбәр итәләр Туризм буйынса дәүләт комитетынан. Кариб диңгеҙе бассейны һәм Латин Америкаһы дәүләттәренә рейстар туҡтатыла.







