Әле стационарҙарҙа 246 кеше дауалана, уларҙың 170-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 23 пациенттың берәүһе ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 35 848 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә сирҙән 6 812 кеше һауыҡҡан, 20 үлем осрағы теркәлгән.Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә республикала прививканың ике компонентын да 2 346 397 кеше яһатҡан.
Был прививка яһатырға тейешле халыҡтың 95 процентҡа яҡыны. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына вакцина эшләтеү өсөн 7 489 кеше мөрәжәғәт иткән.




