Рөхсәтһеҙ тимер һыныҡтары ҡабул иткән өсөн 400 мең һум штраф һалынасаҡ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары федераль законға төҙәтмәләр әҙерләгән. Ҡануни башланғыста лицензияһыҙ металл ҡабул итеүсе эшҡыуарҙарға – 50, юридик шәхестәргә 200 мең һум күләмендә штраф һалыу тәҡдим ителә.

Ҡабатлап тотолған осраҡта, штраф икеләтә арта. Тимер ҡабул иткән урындар ҡайһы берҙә енәйәт ояһына әйләнә. Бында ялған спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеү осраҡтары ла теркәлә. Шуға металлалом пунктары эшмәкәрлеген закон менән көйләү талап ителә.

Фото №1 - Рөхсәтһеҙ тимер һыныҡтары ҡабул иткән өсөн 400 мең һум штраф һалынасаҡ
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ