Яҙҙы ҡаршылау байрамы. Ғафури районы Родина ауылында йәшәүселәр Масленица үткәреп, ҡышты оҙатты. Сара сиктәрендә саф һауала ҡоймаҡ ҡойолдо, самауыр ҡуйылды. Балалар һәм өлкәндәр өсөн күңелле старттар, спорт ярыштары ойошторолдо. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Светлана Түзбәкова ярҙамы менән сағыу концерт программаһы әҙерләнгәйне.
Урындағы халыҡ байрамда әүҙем ҡатнашып, ижадҡа, сәнғәткә ғашиҡ булыуын күрһәтте. Шулай уҡ биләмәлә ҡул эштәре күргәҙмәһе лә эшләне. Сара йылдағыса майҙанға ҡуйылған ҡарасҡыны яндырыу менән тамамланды.
Гөлназ Хәйбуллина







