Республика райондары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Ишембай районы хужалыҡтары әле техниканы ремонтлау менән бергә, йәйләүҙәргә күсеү буйынса әҙерлек алып бара. Лейтер крәҫтиән – фермер хужалығы районда иң алдынғылар рәтендә. Хужалыҡта малсылыҡ, үҫемлекселек тармағы үҫешкән. Көҙән һөтсөлөк фермаһында эш барышы менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә танышты.
Эльвира Бакирова бәләкәйҙән мал ярата. 2007 йылдан бирле һауынсы булып эшләүе бер ҙә осраҡлы түгел. Таң атҡансы һыйырҙарымды һағынырға өлгөрәм, ти ул.
Һауынсыларҙың эше еңелләштерелгән. Машина менән һауылған һөт туранан-тура торбалар буйлап 5 мең тонна һыйҙырышлы һыуытҡысҡа килә. Һыуытылған һөт иртәнсәк Стәрлетамаҡ ҡалаһына оҙатыла. Хужалыҡта барлығы 600 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙың 200-е һауым һыйырҙар. Бөтә эште 8 һауынсы, мал ҡараусылар, көтөүселәр атҡарып сыға. Малдар ҡараулы, таҙа, йылы аҙбарҙа тора, ваҡытында ашатыла, аҫтары таҙартыла.
Былтыр фермала ремонт эштәре башланған. Көҙән һөтсөлөк фермаһын Наил Әминев етәкләй.
Һыйырҙар ноябрь айында быҙаулай башлаған. Әлеге ваҡытта ҡурала 160 баш быҙау ҡышлай. Уларҙы 3 быҙау ҡараусы тәрбиәләй. Яңы тыуған быҙауҙарға тәүлегенә генә 5 литрға яҡын йылы һөт эсерәләр. Аҙаҡ яйлап уларҙы фураж, бесән ашарға өйрәтәләр.
Бөгөнгө көндә хужалыҡтың төп бурысы – ҡыштың һуңғы көндәрен имен-аман үткәреү һәм һәр баш малды һаҡлап ҡалыу. Тырыш, хеҙмәт һөйгән эшселәр булғанда эштәр ыңғай һәм ырамлы бара, ти хужалар.
Рәмзиә Кәримова




