Улар республикала 11 миллиард ярым һум аҡса ҡалдырған. Был турала туризм буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышында белдерҙеләр. Ведомство етәкселеге әйтеүенсә, туристар башлыса йәй көндәрендә күпләп килгән.
Был тәү сиратта пандемия шарттарында сиктәр ябылыуға бәйле. Туризм өлкәһе белгестәре әйтеүенсә, киләһе йыл да тармаҡ өсөн еңел булмаясаҡ. Әммә ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарҙың файҙаға ла булыуы ихтимал.
Айнур Кәбиров




