Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?

Йылға-күлдәрҙең боҙҙан әрселә башлауына һанаулы ғына ваҡыт ҡалып килә. Яҙғы ташҡынға әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идаралығы Ағиҙелдәге боҙҙо ҡырҡыуға тотондо. Был сара баш ҡалалағы барлыҡ күперҙәр эргәһендә лә башҡарыла.

Төп маҡсат – оло һыу осоронда ҡоролмаларҙың терәүҙәрен зыян килеүҙән һаҡлау. Затон күпере аҫтындағы эш барышы менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.

Өфөлә хәүефле осорға ентекле әҙерлек бара. Ташҡын ваҡытында йылғаларҙа тығын барлыҡҡа килмәһен өсөн, күпер таяуҙары эргәһендә яуаплы эштәр башланған. Бының өсөн «СУРСИС» идаралығы хеҙмәткәрҙәре иң тәүҙә билдәле майҙанды ҡарҙан таҙарта, һуңынан боҙҙо киҫеп, мәкеләр уя.

Бөгөн Өфөлә автомобиль күперҙәре күп түгел, әммә уларҙың һәр береһе транспорт хәрәкәтенә ҙур йоғонто яһай. Шуға ла бындай ҡоролмаларҙың оҙаҡ хеҙмәт итеүен тәьмин итеү мөһим. Ошо маҡсатта алып барылған эштәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, ти белгестәр.    

Быраулау эштәренән һуң боҙҙо ҡарайтыу процесы башлана. Бының өсөн боҙ өҫтөнә күмер һибелә. Был ҡояш нурҙарын күберәк йәлеп итеп, иретеүҙе көсәйтеү өсөн башҡарыла.

Боҙ бысыу һәм ҡарайтыу эштәре киләһе көндәрҙә лә дауам итәсәк. Синоптиктар фаразы буйынса, баш ҡала йылғаларында боҙ апрелдең тәүге декадаһында китер тип көтөлә.

Фото №1 - Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ