Сүп-сар контейнеры эргәһендә машина ҡалдыраһың икән, штраф түләргә әҙерлән!

Өфөлә сүп-сар контейнерҙары эргәһендә машиналарҙы парковкаға ҡуйыусылар тикшерелә. Баш ҡаланың Киров районы буйынса Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге иснпекторҙары көндәлек ҡалдыҡтары майҙансыҡтарында рейд ойоштороп ҡағиҙә боҙоусыларҙың дәүләт номерҙарын яуаплы белгестәргә тапшырҙы.

Республикала сүп-сар контейнерҙары эргәһендә автомобилдәрен ҡалдырған водителдәргә штраф һалыу тәжрибәһе 2020 йылдан ғәмәлдә. 

Штраф контейнер майҙансыҡтарын эксплуатациялау һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре автомобилдәренә ҡағылмай. Төбәктә был закон идарасы компанияларҙың һәм көндәлек ҡалдыҡтарҙы сығарыусы ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре артыу менән бәйле ҡабул ителде. Контейнер майҙансыҡтары эргәһендә ҡалдырылған тимер аттар биләмәләрҙе тәртиптә тоторға ҡамасаулай.

Фото №1 - Сүп-сар контейнеры эргәһендә машина ҡалдыраһың икән, штраф түләргә әҙерлән!

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ