Рәсәй баҙары сит ил инвесторҙары өсөн һәр саҡ асыҡ

Уларҙың хоҡуҡ мәнфәғәттәрен тәьмин итеү мөһим. Был турала Президент Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән уҙғарған кәңәшмәһендә белдерҙе. Сит ил милекселәренең Рәсәйҙе ташлап китеүе һәм предприятиеларының эшмәкәрлеген туҡтатыуына ла ҡәтғи яуап булырға тейеш, уларҙа ситтән тороп идара итеү индереү урынлы тигән фекер белдерҙе Владимир Путин.

Коллектив көнбайыштың Рәсәйгә иҡтисади санкциялар иғлан итеүен дә Президент тәнҡит утына тотто һәм улар бары тик Рәсәйгә яңы мөмкинлектәр асыуын билдәләне.

Фото №1 - Рәсәй баҙары сит ил инвесторҙары өсөн һәр саҡ асыҡ
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ