Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһының сирек финалы барышында Өфөлә “Салауат Юлаев” һәм “Себер” командалары араһында бишенсе уйын уҙҙы. Осрашыу юлаевсылар файҙаһына 3-2 иҫәбенә тамамланды. 4 еңеүгә тиклем барған серияла Өфө хоккейсылары 4-1 иҫәбенә еңеү яуланы. “Салауат Юлаев” командаһы баш тренеры Томи Ламса уйынға ошондай баһа бирҙе.
Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһының ярым финалында “Салауат Юлаев” һәм “Трактор” осраша. Беренсе уйын 17 мартта Силәбелә үтә.




