Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, 454 миллион һумға заявка ебәрелгән. Был аҡсаға Әлшәй районы Раевка ауылы, Нуриман районы Ҡыҙыл Яр һәм Павловка ауылдарында йылытыу системаһы төҙөкләндерелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы башҡа объекттар буйынса ла заявка әҙерләй. Бынан тыш, 2022 һәм 2023 йылдарҙа республикаға федераль бюджеттан яҡынса 15 миллиард һум инфраструктура кредиты бирелә. Был аҡсаға Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” транспорт проекты тормошҡа ашырыла, Нефтекамала торлаҡ төҙөлә һәм автобустар һатып алына.







