Хөкүмәт туристик объекттар булдырыуға инвестиция йәлеп иткән компанияларға ярҙам итә. Отель һәм ҡунаҡханаларға өҫтәмә хаҡҡа һалым йәғни НДС түләмәҫкә рөхсәт ителә. “Был беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Ул туризм объекттары төҙөгән, ҡуртымға биргән инвесторҙарҙың эшен еңеләйтә”, - тип иҫәпләй Рәсәй туризм иддустрияһы берлегенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Кинйә Күскилдин.
Льготалы осор 5 йылға иҫәпләнгән йәғни 2027 йылдың 30 июненә тиклем ғәмәлдә була.





