“Инвестиция сәғәте” ултырышында концессия килешеүҙәре үтәлеше һәм яңы проекттар ҡаралды. Өфөлә дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы менән Затон биҫтәһендә мәктәп төҙөргә тәҡдим ителә, Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә ике мәктәпте реконструкциялау планлаштырыла. Рәсәй Мәғариф министрлығына тағы 6 проект буйынса заявка ебәрелгән. Концессия килешеүе буйынса медицина ойошмалары төҙөлөшө лә өйрәнелә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бөрө ҡалаларында, шулай уҡ Өфө районы Зубов ауылында һәм Иглиндә дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы буйынса поликлиникалар төҙөү ҡарала.





